• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Көтөп алған Рамаҙан айы

23 марта 2026

Көтөп алған Рамаҙан айы ла тамамланды. Бөгөн ауыл халҡы мәсеткә Ураҙа ғәйетенә йыйылды. Вәғәздәр тыңлап, байрам намаҙы уҡылды. Артабан мәҙәниәт йортона сәй табынына йыйылдылар, табынды әҙерләшкән апай-еңгәләргә- һәммәгеҙгә лә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һый- ниғмәт килтергән инәйҙәргә, ҙур рәхмәт! Ураҙа байрамы беҙҙе изгелеккә, шәфҡәтлелеккә һәм яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлеккә өйрәтә. Был байрам һәр йортҡа тыныслыҡ, йылылыҡ һәм именлек килтерһен. Бөтә халыҡҡа ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм баракат! Байрамдың бағыусыһы Гөлнур Нурғали ҡыҙына ауыл халҡы исеменән Ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!