Яугирҙәребеҙгә фатихалар бағышлап торайыҡ
20 февраля 2026
19 февраль Аллағыуат ауылы биләмәһендә йәшәүсе батыр, ҡыйыу, көслө һалдаттар тәрбиәләп устереүсе, атай-әсәйҙәрен етеп килгән, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ауыл хәкимиәте, мәҙәниәт бүлеге һәм ауыл штабыбыҙ волонтеры берлегендә ҡотлап үттек. Тыуған ил һағына яу — яланында ҙур батырлыҡ күрһәткән егеттәребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, уландарығыҙ имен-һау ҡайтһындар, батырҙарса һәләк булған егеттәребеҙҙең йәндәре йәннәттә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Иңгә төшкән һынауҙарҙы сабырлыҡ менән ҡабул итеп, берҙәм-бергә булып, яугирҙәребеҙгә фатихалар бағышлап торайыҡ!
