• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Беҙҙең ауылда студенттар байтаҡ

26 января 2026

1755 йылдың 25 ғинуарында Елизавета батша Мәскәү университетын ойоштороу хаҡындағы указға ҡул ҡуя, уҡыу йортона нигеҙ һалынған көн хәҙер Бөтә Рәсәй студенттар көнө булараҡ билдәләнә.
Беҙҙең ауылда студенттар байтаҡ. Улар Аминева Диана Ильнур ҡыҙы- медицина университетында 6- сы курс, Галиев Камил Ринатиулы — Өфө фән һәм технологиялар университытының Стәрлетамаҡ филиалында, 1 курс магистратура, Галиева Регина Ринат ҡыҙы — Ҡазан дәүләт энергетика университеты, 2 курс, Якупов Аяз Азат улы- Стәрлетамаҡ университетында башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында, Мухамедьянов Рушан Руслан улы- Өфө фән һәм технологиялар университетында, 1 курс, Хубетдинов Арслан Илһам улы- Өфө фән һәм технологиялар университетында, Хубетдинов Данил Юнир улы- Өфө дәүләт нефть техник университеты, Ягудина Диана Ильнур ҡыҙы- Самара дәүләт университетында, Ягудин Ильназ Ильнур улы — Ишембай нефть колледжында 4 курс, Вильданова Радмила Рәмиль ҡыҙы- Стәрлетамаҡ күп профилле колледжында Дизайн, Насыров Тимур Илшат улы- Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы, 1 курс, Габитова Айһылыу Азат ҡыҙы- Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында, 1 курс, Хубетдинова Илиза Илназ ҡыҙы- Өфө яғыулыҡ энергетика колледжы, 2 курс.
Был студенттарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ.
Ошо уңайҙан «Әлләсе» уйыны, квиз- уйын әҙерләнде һәм үткәрелде. Уйын бик ҡыҙыҡлы, көсөргәнешле барҙы.
Ике тапҡыр икешәр команда уйнаны.
Ҡатнашыусылар ҡайһы бер һүҙҙәрҙе шарт менән, ҡайһы береһен һүрәт төшөрөп аңлатты. Ике команда ла бер юлы Өфөгә барып еттеләр.
Һуңынан дискотека дауам итте.