• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

#юрматыйыйыны

8 октября 2025

#юрматыйыйыны #Юрматыырыуыйыйыны
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #рцнт #ишимбайскийрайон
#Башкортостан #ишимбай

13 сентябрь көнө Ишембай ҡалаһында Юрматы ырыуы вәкилдәре йыйыны үтте. Ул Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамак, Мәләүез, Федоровка, Ғафури, Баҡалы районы һәм Ырымбур өлкәһе делегаттарын -йәмғеһе 400-ҙән ашыу кешене берләштерзе. Шуларҙың араһында Һарайҫа ауыл советы биләмәһенең делегаттары ла ҡатнашты. Был сараның төп маҡсаты — әлеге шарттарҙа, тыуған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙ һәм рухиәтебеҙҙе килер быуындарға еткереү механизымдарын бергәләп булдырыу. Төп юнәлешебеҙ — балалар баҡсаһы, мәктәптәр, мәғәриф тармағы. Был йәһәттән ата -әсәләр менән эшләү системаһын булдырырға кәрәк. Резолюцияға эшлекле тәҡдимдәр индерелде. Йыйында шулай уҡ Юрматы ырыуының яңы советы раҫланды. Ә ырыу башлығы итеп Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Салауат Кирәев һайланды. Ырыу штандарты иһә Стәрлетамаҡ районына тапшырылды. Киләһе юрматылар йыйынын тап Стәрлетамаҡ районы ҡабул итәсәк.