• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Флешмоб на день национального костюма

11 сентября 2025

Аҡ күңелле сибәр ағинәйҙәр,
Ауыл күрке матур апайҙар,
Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлап
Киләсәккә ҡарап атлайҙар.
Ағинәйҙәр алға әйҙәйҙәр.

Балҡыш һибеп тирә-яҡтарына
Ялҡынланып яна йөрәктәр,
Өмөттәргә ышаныстар ҡуя
Беҙ теләгән изге теләктәр,
Ағинәйҙәр фатихә бирәләр.

Сағыу, матур, милли кейемдәрҙә
Иман тулып балҡый йөҙөгөҙ,
Яҡты нурҙар сәсә күңелегеҙ,
Ауыл ҡото һеҙ бит үҙегеҙ,
Ағинәйҙәр халҡым рухы һеҙ!

Табылды ауыл мәҙәниәт йорто республикала иғлан ителгән ,милли кейемдәр көнөнә арналған флешмобҡа ҡушыла. Милли кейемдәрҙә ритайым.

#МиллиКейемКөнө
#ТабылдыАуылМәҙәниәтЙорто
#ДеньНациональногоКостюма
#ТабулдинскийСДК