Йәйҙе оҙатыу сараһы үтте
1 сентября 2025
Йәйҙе һә кемебеҙ яраталыр, бигерәк тә балалар. Сөнки улар ауылға олатай өләсәйҙәренә оҙайлы ялға ҡайтып рәхәтләнеп ял итәләр.
Ләкин оҙон яллы йәй айҙары күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Ошо айҡанлы балалар менән йәйҙе оҙатыу сараһы үтте.Төрлө уйындар, бәйгеләр менән үрелеп барған сарала, балалар байрам концерты ла күрһәтте. Һуңынан татлы приздар менән һыйланып дискотека ойошторолдо.
Балалар икенсе йәйгә етәрлек яҡшы кәйеф туплап, йәйҙең бар файҙаһын күреп, ауылдың саф һауаһында, өләсәйҙәр бешергән тәмлекәстәр менән һыйланып , көс туплап , икенсе йәйгә тиклем ауыл менән хушлаштылар. Донъя йәме булған ейән — ейәнсәрҙәребеҙ , олатай — өләсәйҙәребеҙ иҫән — һаулыҡта осрашырға яҙһын!
