Йәштәр бәхетле булһын!
22 августа 2025
Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү, уларҙы йәштәргә күрһәтеү матур традицияға әйләнә бара. Бөгөн күпселек туйҙарҙа киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы башҡарыла. Ошо көндәрҙә Ҡалҡаш ауылында сәстәрен сәскә бәйләгән, бәхетле пар — Таһир һәм Розалия Таймасовтарҙың никах туйы тантанаһы үтә. Иҫке Ҡалҡаш ауылы мәҙәниәт йорто һәм библиотека хеҙмәткәрҙәре киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһын башҡарҙы.Шишмәнең ризалығын алыр өсөн килен көмөш тәңкә һалды. Шишмәнең хужаларына,килендәштәргә, еңгәләргә, һыу юлы күрһәтеүсегә килен менән кейәү бүләктәр таратты.Йыр-бейеү, гармун моңдары менән яңы төшкән киленгә бикәстәре һыу юлы күрһәтһәтеп, йола күрһәтеп, йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе. Йәштәр бәхетле булһын! — тигән теләктәрен белдерҙе мәҙәниәт хеҙмәткәре.
