Маскировка өсөн үтә лә кәрәк әйбер
20 августа 2025
Маскировка селтәрҙәре МХО ла төп урынды алып тороуына аптырарға түгел, улар хәрбиҙәргә, ҡоралдарға, хәрби техникаға урындағы ерлектә маскировка өсөн үтә лә кәрәк әйбер. Был маскировка селтәрҙәре тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү сараһы ла.
Табылды ауылы клубында , битараф булмаған ауылымдың ҡатындары ошо көндәрҙә бергә йыйылып,ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошо эште башҡарып сыҡтылар. Уларҙың маҡсаты – махсус хәрби операция зонаһында ил именлеге һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү.
Барыһының да теләге бер – яуҙа йөрөгәндәр еңеү яулап, барыһы ла имен-һау ғына һәм тиҙерәк үҙ төйәктәренә әйләнеп ҡайтһындар ине.
Йәйге каникулда ауылда ял иткән ҡыҙҙар ҙа, өләсәләренә эйәреп , был эштә әүҙем ҡатнаштылар.Барыһына рәхмәтлебеҙ, илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, баларға тыныс киләсәк теләйбеҙ.

