Рәсәй көнөндә интеллектуаль уйын «Әлләсе» үткәрелде
16 июня 2025
12 июнь -Рәсәй көнөндә Табылды ауыл мәҙәниәт йортонда интеллектуаль уйын «Әлләсе» үткәрелде. Был уйын беҙҙең ауылдың оло кешеләренең генә түгел, ҡунаҡҡа ҡайтҡан балаларҙың дә яратҡан уйынына әйләнде.Уйын башҡорт телендә алып барылды. Ҡатнашыусылар күбенеһе башҡорт теле менән дуҫ булмаһа ла,улар белергә бик ныҡ тырыштылар.Сөнки уйын бик ҡыҙыҡтырғыс ине. Артабан дә ошо уйынды уйнатыуыбыҙҙы һораны ҡунаҡ балаларыбыҙ.
