Яҙғы байлыҡ
22 мая 2025
Май айында бар донъя йәшелләнә, бөтә тереклек уяна. Тап ошо осор ашарға яраҡлы үләндәрҙән аш-һыу әҙерләп ашау күптән индҽ ғәҙәтҡә ингән. Тап шул мәлдә ҡырҙа ашарға яраҡлы үләндәр: ҡуҙғалаҡ, балтырған, оҫҡон йыуаһы, йыуа, ҡаҡы баш күтәргән мәл.Ошо мәлдән файҙаланып «Яҙғы байлыҡ» исемле байрамға йыйылдыҡ.
Байрамға сығыусылар шуларҙы тәмләп, йырҙар йырлай-йырлай шифалы үләндәр йыйҙы. Йыйған балтырғандан тиҙ генә ыумаслы аш бешереп,Фирүзә Хусаинованың балтырған ҡушып бешергән бөйөрөктәре менән тәмләп ауыҙ иттек. Шулай уҡ тәбиғәткә һәм ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, илгә тыныслыҡ, яҡшы уңыш, таҙалыҡ һәм байлыҡ теләнек.
