• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Маскировка селтәрҙәре яугирҙәребеҙ өсөн бик мөһим

28 апреля 2025

Районда яугирҙәргә маскировка селтәрҙәрен үреү эше әүҙем бара. Был изге эштән Табылды ауылы ла ситтә ҡалмай, әлбиттә. Яҡташтарыбыҙ яҙмышына битараф булмаған киң күңелле ауылдаштарыбыҙ ,көн һайын 14 сағәттә йыйылып тырыш хеҙмәт һала.
“Маскировка селтәрҙәре яугирҙәребеҙ өсөн бик мөһим. Шул сәбәпле, был эштән ситтә ҡалып булмай. Иң мөһиме – яугир яҡташтарыбыҙ, ир – егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар”, – тей изге күңелле ауылдаштарыбыҙ.
Бындай селтәрҙәр хәрбиҙәр өсөн бик кәрәк. Был бик ҙур ярҙам, сөнки дөрөҫ яһалған маскировка селтәре пилотһыз камералардан һәм дошмандың башҡа күҙәтеү һәм разведка системаларынан йәшереп, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала.
Илебеҙ яҙмышына битараф булмаған ауылдаштарҙың ҡулдан килгәнсә егеттәргә ярҙам итергә тырышыуы – ҙур һөйөнөс. Маскировка селтәрҙәре кемдең дә булһа ғүмерен һаҡлап ҡала икән – икеләтә ҡыуаныс.
.Иҫән – һау егеттәребеҙгә барып етеп был сеткалар улар өсөн дошмандан һаҡланыу ҡалҡаны булып хеҙмәт итә алыр тигән өмөттә ҡалабыҙ! Был изге эштә ҡатнашҡан һәр ауылдашыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.