• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Салют Победы / Ибракаево

17 апреля 2025

        Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған эстафета- концерт үтте.
Концерт балалар фольклоры, «Ибраҡай таңдары» ансамбленең «Еңеү яҙы» сәхнәһе менән башланып китте.
Әмин Мөхәмәтйәновтың «Торналар» йыры, ҡыҙҙарҙың бейеүе, яу яландарында ятып ҡалған яугирҙәргә, Әнисә Мөхәмәтйәнованың үҙе яҙған «Атайым» йыры — һуғыштан ҡайтып, донъя көтөп, һуғыш яраларынан вафат булған ауылдаштарға бағышланды.
        Атайҙарҙың һәм уларҙың улдарынан торған «Мираҫ» ансамбле «Тальян гармун» йырын башҡарҙы.
Тыныс тормошта йәшәгән йылдарға малайҙар ансамбленең «Ерҙән һалдат атлай», Хәлиҙә Мөхәмәтйәнова башҡарған «Таң йыры», гармунсылар ансамбле, Филүс Ғәлиевтың йыры, Динислам Хәсәновтың бейеүе, ҡатын- ҡыҙҙар ансамбленең «Тирбәлә йыр тулҡындары» йыры бағышланды.
       Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир- егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә Филүс Ғәлиевтың «Башҡортостан егеттәре» йыры, Флүрә Насированың шиғыры, «Тирәккәй» ансамбленең «Улдарыбыҙ китте ил һағына» йыры, Әмир Сиразовтың шиғыры һәм хор башҡарған «Шайморатов ейәндәре» йыры бағышланды.
      Был концертта ауылдашыбыҙ, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы Илдар Хөбөтдиновтың ҡатнашыуы бик матур күренеш булды.
Ҡатнашыусыларҙы ауыл халҡы баҫып алҡыштарға күмде.
Концерт аҙағында ауыл хакимиәте башлығы Фәрғәт Тәлғәт улы эстафетаның символы — Чебурашканы Күндрәк хакимиәтенә тапшырҙы.