Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ
4 апреля 2025
22 мартта Табылды ауыл мәҙәниәт йортонда МХО ла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам итеү өсөн «Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ» хәйриә концерты үтте. Яугирҙарға ярҙам итеү-бик мөһим һәм кәрәкле эш. Был концерт-ул беҙҙең ярҙам, һәр кемдең яуаплы бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙ менән теләктәшлекте күрһәтеү ғәмәле. Концертт Стәрлебаш район мәҙәниәт йорто әртистәре ҡатнашлығында булды. Концертта Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гөлфизә Хәйруллина һәм Рөстәм Ғәлиев, талантлы Регина Һәм Венера Әхмәровалар, шулай уҡ йәш халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы Юлиә Янбаева сығыш яһанылар. Ауыл халҡы бындай матур концерттан , яҡшы кәйеф,дәрт менән , артистарға ҙур рәхмәт белдереп таралды.. Концерттан килгән килем яугирҙарыбыҙға барып етеп уларҙы шатландырып, тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар ине.Концертҡа килгәндәргә, иғәнә биргәндәргә, хәйриә концертын ойоштороуҙа ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәт.Бик ҙур ғына ярҙам йыйылды был концерттан. Был беҙҙең биләмә халҡының берҙәмлеген,ойошҡанлығын һәм үҙ иленең яҙмышына битараф тугеллеген курһәтә. Афариндар!
Был хәйриә концерты алдынан район волонтёрҙар етәксеһе исеменән ауылдағы әүҙем волонтёрҙарҙы бүләкләп киттеләр:Зәриә Мухаметова ,Фәйрүзә Гайсина, Гөлсирә Хужина һәм район советы депутаты Венера Нуриян ҡыҙы Латыпова ауыл хакимиәте башлығы Земфира Мөнир ҡыҙы Ишембетоваға район волонтёрҙар ойошмаһының рәхмәт хатын тапшырҙы.Шулай уҡ яҡынлашып килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән ҡотлап мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ветерандары; Фроза апай Вахитова,Бибинур апай Тухватуллина һәм Люция апай Абдрахманова ларға һәм әлеге ваҡытта эшләгән хеҙмәткәрҙәргәүҙенең бүләген тапшырҙы.
