Ир кеше — илгә,беҙгә терәк
27 февраля 2025
Ватанды һаҡлаусылар байрамында, Табылды ауылында,йола буйынса ир- егеттәргә ауыл ҡатын ҡыҙҙары байрам концерты буләк итә. Быйыл да ошо йола боҙолманы.Ауылдың ҡатын — ҡыҙҙары менән » Ир кеше — илгә,беҙгә терәк» исемле матур концерт булып үтте.
Байрамды ауыл хакимиәте башлығы Земфира Мөнир ҡыҙы Ишембетова башлап ебәрҙе һәм районда ойошторолған ир- егеттәр фестивалендә ҡатнашыусы егеттәрҙе бүләкләп үтте.
Сәғәт ярымлыҡ концертта моңло, күңелле йырҙар,йөкмәткеле шиғырҙар,таҡмаҡлы бейеү һәм интермедиялар тәҡдим ителде.
Ошо концертта ҡатнашҡан апайҙарға,ҡыҙзарға ҙур рәхмәтлебеҙ! Иҫәнлек менән,тыныс күк аҫтында киләһе байрамды ла йоланы боҙмайса ҡаршыларға яҙһын!
