Иҫке Ҡалҡаш ауылы ағинәйҙәре…
29 января 2025
Беҙҙең бурыс-махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгэ ныҡлы терәк булыу, уларҙың һаулығы һәм ғүмере өсөн мөһим булғандарҙың барыһы нда эшләү. Иҫке Ҡалҡаш ауылы ағинәйҙәре лә ҡулынан килгәнде әҙерләргә тырыша. Яралы һалдаттар өсөн культи бәйләнеләр, мендәр тектеләр. Ауыл мәҙәниәт йортонда егеттәребеҙгә ярҙам итеү маҡсатында маскировка селтәрҙәре бәйләй башланылар. Аллабердина Сәүиә,Исантаева Фатима,Ҡотлошина Сәлимә, Ҡотлошина Люциә культи бәйләнеләр, Басырова Нәсимә мендәр текте.Ауыл халҡы материалдар менән, ярҙам итә.
