• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

29 июня 2024

Бөгөн Ибраҡай ауылында ҙур байрам «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» үтте.
Һауа торошо ҡыҙҙарҙы ҡурҡытманы, күстәнәстәр алып, йыр- моңдарын алып ҡайтып етте улар тыуған яҡтарына.
Һәр урамдан ҡунаҡтарҙы көйәнтәле ҡыҙҙар ҡаршы алды. Улар: Рәлиә Хөбөтдинова, Элида Хөбөтдинова, Дилара Сафаргалиева, Лилиә Мөхәмәтйәнова.
Ҡыҙҙар йыйылып бөткәс, обелискка сәскә һалдылар. Унан мәҙәниәт йортона йүнәлделәр.
Ғаилә йылы һәм һаулыҡтары сикләнгән кешеләрҙе хәстәрләү йылы булараҡ, ауылдашыбыҙ Венера апайға, ауылыбыҙҙың күп балалы ҡыҙҙары- Рәсимә Мусинаға, Гөлназ Хоҙайбирҙинаға, ауылыбыҙҙың иң өлкән ҡыҙы- Флүрә апай Сабитоваға, иң бәләкәй ҡыҙыбыҙ- Нияз һәм Айһылыу Насировтарҙың ҡыҙына бүләктәр таршырылды. «ИБРАҠАЙ таңдары» ансамбле ағзаларына «Туй йолалары» онлайн- конкурсының костюмдары таршырылды. Уны ойоштороусы Гөлфирә Хәбибуллинаға рәхмәт әйтелде.
Урам- урам (аръяҡ, үрьяҡ, төбәк, түбәньяҡ) ҡыҙҙар ансамбле, Зөлхизә Насирова, Минзиә Хөбөтдинова, Хәлиҙә Мөхәмәтйәнова, Лилиә һәм Ләлә Яҡуповалар, Суфия Сәлихова, Земфира Хөбөтдинова матур йырҙар бүләк иттеләр. Әнисә Назирова һәм Маһинур Хөбөтдинова, Флүрә Насирова йөкмәткеле шиғырҙар уҡынылар, Гөлназ Мөхәмәтйәнова һәм Наҙгөл Алсынованың дәртле бейеүҙәрен алҡыштарға күмделәр. Алыҫ Себер тарафтарынан ҡайтып еткән ауылдашыбыҙ Рәйлә Усманова йырҙары тамашасыларға оҡшаны. Шулай уҡ ауыл егетебеҙ Фәиз Хөбөтдинов һәм ҡунаҡ- баянсыбыҙ Илдар Баһаутдинов йәшлек йырҙарын бүләк иттеләр.
Мәҙәниәт йортонан сыҡҡас, ҡыҙҙар мәсеткә инеп хәйер һалдылар. Унан һуң Тирмән ҡойоһона йүнәлделәр. Тирмән ҡойоһонда «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Ишкиндер», «Яулыҡ һуғыш» уйындарын уйнанылар, ә иң мөһиме төҙөкләндерелгән шишмәнең һыуын эсеп, тәндәренә шифа, сихәт алып, баласаҡтарын, йәшлектәрен иҫкә төшөрөп, һөйләшеп, аралашып, уйнап, сәй эсеп яҡшы тәҫьораттар алып таралыштылар.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт!

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #культураСтерлибашевскийрайон