• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Йәшәгеҙ һеҙ көлөп кенә донъянан йэм табып ҡына

1 октября 2024

Кабакуш ауыл мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған «Йәшәгеҙ һеҙ көлөп кенә донъянан йэм табып ҡына» исемле бик матур кисә ойошторолдо.
Байрамға килгән оло быуын кешеләре кисәнең беренсе өлөшөндә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән ҙур йөҡмәткеле концерт ҡаранылар. Артабан сара мул һыйлы өҫтәл артында дауам итте. Ололар йырлап — бейеп, хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнашып, ихлас күңел асып, кисәнән ҡәнәғәт булып, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралыштылар.