Бауырһаҡ Фест
17 сентября 2024
#ТрезвоеСело
#АйыҡАуыл
Стерлибашевский район
#ТабулдинскийСДК
13 сентябрь көнө Стәрлебаш районы ҡунаҡ йыйҙы, йыл һайын үткәрелеүсе «Бауырһаҡ Фест» республика фольклор һәм һөнәрселек фестивале үтте, быйыл был фестиваль биш йыллыҡ юбилейын билдәләне. Фестивальдә Стәрлебаш командаларынан тыш, яҡын – тирәләге Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондары, шулай уҡ алыҫтан Кушнаренко һәм Саҡмағош райондары командалары ҡатнашты.
Байрамды шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар биҙәне:Башҡортостан Республикаһы дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәге мөдире, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирек Әхмәҙиев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы эшҡыуарҙар Ассоциацияһы етәксеһе Екатерина Фризен ҡатнашты.
Табылды ауыл мәҙәниәт йорто ла ситтә ҡалманы был республика фестиваленән.Быйыл Табылды ,Аллағыуат,Яңы Ҡалҡаш,Шәкәр ауылдары берләшеп башҡорт милли ризыҡтарынан торған һәм башҡорт халыҡ көнкүрешен сағылдырған күргәҙмәлә ҡатнашып приз һәм диплом алып ҡайттыҡ.
Был фестивальдең юбилейҙары дауамлы, күгебеҙ тыныс булһын!
