Эскелек- хурлыҡ,айыҡлыҡ-ҙурлыҡ
11 сентября 2024
11 сентябрҙә Табылды ауыл мәҙәниәт йортонда Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө сиктәрендә » Эскелек- хурлыҡ,айыҡлыҡ-ҙурлыҡ» акцияһында ауыл халҡына алкоголь ҡулланыуҙың зыяны һәм сәләмәт йәшәү рәүешенең файҙаһы тураһында иҫкә төшөрҙөк, иҫкәртеү буклеттары тараттыҡ .Был көн сәләмәт һәм айыҡ тормош юлына баҫҡыс булһын! Үҙегеҙҙең һаулығығыҙға иғтибарлы һәм һаҡсыл ҡарарға өйрәнегеҙ , туғандарығыҙҙы һәм дуҫтарығыҙҙы быға этәрегеҙ. Алкоголдән һәм тәмәкенән баш тартығыҙ! Бының өсөн һеҙгә физик һәм психик сәләмәтлек, ныҡлы ғаилә, яҡындарығыҙҙың ихтирамы, матди именлек бүләк ителәсәк. Тик айыҡ һәм сәләмәт Рәсәй халҡы ғына Рәсәйҙе көслө итә һәм сәскә атырға ярҙам итәсәк.
#ТрезвоеСело
#АйыҡАуыл
Стерлибашевский район
#ТабулдинскийСДК

