Шифалы сәй
7 августа 2024
Тыуған ерҙә үҫкән дарыу үләндәре генә барлыҡ сир-сырхауҙарға шифалы булып торалыр. Эҙләп йыраҡ бараһы түгел, улар беҙҙең эргәбеҙҙә генә, аяҡ аҫтында тип әйтерлек үҫәләр.
Табылды мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балаларға шифалы үләндәрҙең файҙаһы, ҡайһы осорҙа йыйып киптереү һәм ошо үләндәрҙән бик файҙалы сәй эшләү серҙәре менән таныштырҙы. .Балалар ҙа өләсәләре ниндәй үләндәр ҡушып уларға хуш еҫле шифалы сәй эсереүе тураһында һөйләнеләр.
