Башҡортостан тәбиғәте шул тиклем матур
7 августа 2024
Башҡортостан тәбиғәте шул тиклем матур, үҙенә күрә ожмах мөйөшө ул. Уның ҡәҙерен белеп, кинәнеп йәшә генә! Урман-ҡырҙарыбыҙҙы ғына алайыҡ, уларҙа әллә күпме шифалы үлән үҫә: йыбанмай, йыйып киптер ҙә файҙалан!
Беҙҙә иҫ киткес матур, бай тәбиғәт ҡосағына сығып, файҙалы төрлө шифалы үләндәр йыйып һәм тәмле итеп сәйҙәр эсеп таралыштыҡ.
