Балалар өсөн уйын
5 июля 2024
Балалар өсөн уйын ҡоро хәрәкәт кенә түгел, бәлки донъя көтөргә әҙерләгән хәрәкәт. Уйын бала өсөн – ул дәртле йәшәйеш һәм һәр яҡлап йылдам үҫеш сығанағы. Башҡорт халҡының ғөрөф – ғәҙәттәрендә һәм рухында тәрбиә алыу сараһы. Көс- ғәйрәтте, таҫыллыҡты үҫтергән хеҙмәт мәктәбе ул.
Балаларҙы халҡыбыҙҙың күп төрлө уйындары менән таныштыра маҡсаты менән милли уйындар уйнатылды.»Буш урын» , «Энә,еп» ,»Һәпәләк» , » Бесәй,сысҡан»,»Туҡта»,» Көршәк» һәм башҡа уйындары ҡағиҙәләре менән танышып,уйнап күңел асты балалар.
