Һабантуй
14 июня 2024
Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй — беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға булды һәм булып ҡаласаҡ. Ул ысын халыҡ байрамы, ниндәй йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштерә, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, класташтар һәм туғандар менән осрашыуҙар бүләк итә. Ауыл халҡы намыҫлы, тырышып эшләүҙән тыш, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, күңелле ял итә белеүен дә күрһәтә. Бар халыҡты берләштергән, бергә йыйған байрамда Аллағыуат ауылы Советы ауыл биләмәһе һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
Быйылғы һабантуй бик үҙенсәлекле булды. Мул уңышҡа ишара яһағандай ҡойма,йылы ямғыр рәхәтләнеп яуҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан һабантуйҙың биҙәге булған тирмәләр ҡаласығы һәр килгән ҡунаҡты яҡты йөҙ, тәмле ризыҡ ,сәй менән ҡаршы алды.
Беҙ,һәр йылдағыса, тирмәләр конкурсында ҡатнаштыҡ. Һәм дә Аллағыуат ауылы Советы ауыл биләмәһе 2 урын яуланы.
Ошо ҡойоп яуған ямғыр – мул уңышҡа нигеҙ булыр, ил-көн тынысланыр тигән матур изге теләктәрҙә ҡалайыҡ.
