Беренсе сәскәләренең береһе
20 мая 2024
Яҙын беҙгә шатлыҡ бүләк иткән бәләкәй генә ҡояш — сәскә ! Ниндәй сәскә икән? Яҙын был матур сәскәне урман аҡландарында, болондарҙа, юлдар буйында, һәр йорт янында осратырға мөмкин. Ул яҙҙың иң беренсе сәскәләренең береһе.
Эйе, әлбиттә — бәпембә! Бәпембә үҙенең күңелле ,шат йөҙө менән ҡыуандыра беҙҙе.Ошо бәләкәй ҡояш- сәскәгә календарьҙә айырым көн билдәләнгәнен белә инегеҙме?
Эйе,бәпембә сәскәһе бындай иғтибарға,ихтирамға лайыҡлы.Сөнки ул бик файҙалы үҫемлек.Уның һәр өлөшө лә белеп ҡулланған кешегә шифалы Ошо байрамды билдәләмәйсә үтә алманыҡ,беҙ ҙә ҡушылдыҡ.
