• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Халыҡ-ара ғаилә көнө

16 мая 2024

Бөгөн бар донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ғаилә — ул кеше үҙе тыуҙыра алған иң ҙур бәхет. Ер шарында бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡ. Ул — бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау ҙа. Ошо уңайҙан Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Земфира Мөнир ҡыҙы Ишембетова менән ауылыбыҙҙағы күп балалы Алёна ғаиләһен байрам менән ҡотланыҡ.
Барығыҙҙы ла ошо матур байрам менән ҡотлайбыҙ! Йорттарығыҙҙа шат балалар тауышы тынмаһын, яҡындарығыҙ ышаныслы терәк булһын, мөхәббәт йылыһы һүрелмәһен. Ғаиләләрегеҙҙең сәскә атыуын, татыу һәм берҙәм булыуын теләйбеҙ! Именлек һәм изгелек һеҙгә!