• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Тәмәке тартыуҙың зарары

21 марта 2024

Һәр кем үҙ сәләмәтлеге өсөн үҙе яуаплы .
Ҡабыҡҡыуыш ауылы мәҙәниәт йортонда ,уҡыусыларға үҙеңдең сәләмәтлегең өсөн яуаплылыҡ һәм насар ғәҙәттәрҙән азатлыҡ бәхетле булыуҙың сере икәнен аңлатыу,тәмәке тартыуҙың организм өсөн зыяны тураһында уйланырға мәжбүр итеү маҡсаты менән» Тәмәке тартыу – үҙеңә ҡәбер ҡаҙыу ул» исемле тематик сара үтте.
Эйе, тәмәке тартыу – ифрат насар ғәҙәт. Бөгөн беҙ уҡыусылар менән тәмәке һәм уның организмға зыяны тураһында һөйләштек. Шулай уҡ әҙерләнгән «Тәмәке тартыуҙың зарары» исемле презентацияны ҡарап, киләсәктә ниндәй юл һайларға һығымта яһанылар . Насар юлдарҙан китмәҫтәр, яҡшы ғәҙәттәрҙе генә үҙ итерҙәр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.